Башҡортостан Евразияның һанлы үҙәгенә әйләнергә ынтыла

Башҡортостан Евразияның һанлы үҙәгенә әйләнергә тейеш. Төбәктә халыҡ хужалығының бөтә өлкәләренә: сәнәғәткә, мәғарифҡа, ауыл хужалығына яһалма интеллект системаларын әүҙем индерелә. Республикала 12 меңдән ашыу дрон оборона ихтыяждары өсөн яһалма интеллект модулдәре менән етештерелә.Ә табиптар яңыртылған программалар ярҙамында 380 мең тикшереү үткәрә һәм пациенттарҙың 40 процентында төрлө сирҙәрҙе асыҡлай. Хәҙерге киҫкен үҙгәрештәр дәүерендә технологик ысулдар ярҙамында Башҡортостанды алға ебәреү өсөн ниндәй бурыстар тора? Теманың дауамы БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.

Климат камераһы тулыһынса роботлаштырылған. Бында йөҙҙән ашыу борсаҡ сорттары үҫтерелә. Тикшеренеүселәр температураны, дымды көйләй, өҫтәүенә, ҡоролма бирелгән алгоритм буйынса үҫентеләргә һыу һибә.

Нейротарма иһә борсаҡтарҙы тулы циклда үҫтереү мөмкинлеген бирә. Уларҙың һәр бер өлгөһөн анализлауға 30 секунд ваҡыт етә. Селекционерға барыһын да журналға яҙып ултырыу кәрәкмәй.

Башҡорт дәүләт аграр университеты ғалимдары тап ошо ысулды ҡулланып фермерҙарҙың да эшен еңеләйткән. Күпләп мал үҫтереүселәр яңы ҡорамалда бонитировка процессын да тиҙ һәм еңел башҡара ала.

Был станок аша үткән малдар махсус камералар ярҙамында 4 ракурста фотоға төшөрөлә. Уларҙан сығып яһалма интеллект малдың буйын, ауырлығын һәм тағы ла тиҫтәгә яҡын үҙенсәлектәрен 30 секунд тирәһендә баһалай Ә тәжрибәле белгес бының өсөн 2-3 минут тирәһе ваҡыт сарыф итә.

Был бүлмәлә дрондар батшатығы. Уларҙың бөтәһенә лә яһалма зиһен модулдәре ҡоралған. Улар менән баҫыуҙа уңыш таҙалығы тәьмин ителә.

Рәил Ғарифуллин иһә студент стартапы проектында ҡатнаша. Энергетика факультеты студенты курсташтары менән нейроселтәр ҡулланып платформа булдырыу менән мәшғүл. Программа сүп үләндәрен автоматик рәүештә асыҡлай. Магистрант был проектты ауыл хужалығы ерҙәрен эшкәртеүсе пилотһыҙ аппараттарға һәм машиналарға индерергә ниәтләй.

Проектты Раил Ғарифуллин Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында геном үҙәгендә үткән стратегик сессияла тәҡдим итте. Башҡортостан Башлығы яһалма интеллекттың табиптарға, уҡытыусыларға, идарасыларға, белгестәргә ваҡытты дөрөҫ бүлеү, хеҙмәтләндереү сифатын күтәреү һәм артыҡ мәшәҡәттәрҙе бөтөрөү өсөн ярҙам итергә тейешлеген билдәләне.

Башҡортостан һанлы технологияларҙы ҡулланыуҙа бай тәжрибә туплаған төбәктәрҙән һанала. Мәҫәлән, табиптар яһалма зиһен ярҙамында 380 мең тикшереү үткәргән һәм республика халҡында ауырыуҙарҙың 40 процентын асыҡлаған. Нейроселтәр сәнәғәттә, файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу өлкәһендә ҡулланыла, бынан тыш кадрҙар бүлеге хеҙмәткәрҙәре персонал һайлап алыуҙа яһалма инттеллекты файҙалана.

Эксперттар Фекеренсә, Башҡортостандың идара командаһы вәкилдәре Рәсәй Президенты ҡуйған федераль трендтарға таянып эш итә.

Радий Хәбиров яһалма интеллекттың технология булараҡ бер ҡайҙа ла китмәүен, уны интеграциялауҙа ике юл барлығын белдерҙе.Идара процесына ла яһалма зиһенде әүҙем ҡулланыу кәрәклеге хаҡында әйтте. Юғиһә, был өлкәлә күпкә артта ҡалыу ихтималлығы ла бар.

Иван Пятибратов, Рәсәй хөкүмәте ҡарамағындағы финанс университеты доценты, сәйәси мәғлүмәт үҙәгенең төп аналитигы

Яһалма зиһен-яңы тәҡдимдәр индереүҙәге ҙур көс. Ул проекттарҙы тормошҡа ашырыу стратегияһын формалаштыра, трендтарҙы күҙаллай. Әммә идеяларҙы һәм яуаплы ҡарарҙарҙы яҡты зиһенле кешеләр ҡабул иткәнен оноторға ярамай.

Гүзәл Борханова