Көтөп алынған күләмле төҙөлөш. Р-240 Өфө-Ырымбур федераль трассаһының Стәрлетамаҡтан Ашҡаҙар ауылына тиклемге участкаһын капиталь ремонтлау йылдам бара. Эш көндөҙ ҙә, төндә лә туҡтамай. Халыҡтың хәүефһеҙлегенә бәйле мөһим реконструкция тураһында БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Төҙөлөш ҡояш ҡына түгел, ай яҡтыһында ла гөрләй. Һауа торошо нисек кенә булмаһын-эшселәр үҙ урынында. Әммә был сифатҡа йоғонто яһамай. Капиталь ремонтлауға йәлеп ителгән барлыҡ ҡеүәтле техника «3-Д тигеҙләү» системаһы менән йыһазландырылған. Был алдан билдәләнгән һанлы модель буйынса юғары теүәллек менән буласаҡ юлды формалаштырырға мөмкинлек бирә.
Р-240 Өфө-Ырымбур федераль трассаһының Стәрлетамаҡтан Ашҡаҙар ауылына тиклемге участканы капиталь ремонтлау былтыр башланғайны. Юлдың дөйөм оҙонлоғо 23 саҡрым. Эш бер юлы өс урында бара. Асфальт япмаға тиклем тәүҙә юл күтәрелә, өҫтәмә ҡат һалына, ҡырсынташ-ҡом ҡатнашмаһы түшәлә.
Трассаны дүрт һыҙатҡа тиклем киңәйтеү-халыҡтың именлеген тәьмин итеү тигән һүҙ. Стәрлетамаҡ агломерацияһы сиге буйлап үткән юлдан ай һайын яҡынса 12 меңдән ашыу машина үтә.
Юл төҙөлөшө өлкәһендәге мөһим проектта Ейәнсура егете Инзур Аҡҡужин да ҡатнаша. Оҫта быға тиклем республиканың башҡа юлдарын да төҙөй. Тыуған яғына илтән трассаны реконструкциялау үтә лә яуаплы, ти ул.
Ошо уҡ федераль трассаға ҡағылышылы тағы бер мәсьәлә-Өфөнән Стәрлетамҡҡа тиклемге участала яҡтыртыу ҡоролмаларының сафтан сығыуы. Һөҙөмтәлә-ҡараңғы ваҡытта йөрөү водителдәргә һәм уларҙың пассажирҙарына хәүеф тыуҙыра, автоһәүәҫкәрҙәрҙән ялыуҙар ишетелә. Төбәк етксеһе был мәсьәләне хәл итергә ҡушайны.
Өфө-Стәрлетамаҡ трассаһының дөйөм алғанда 33 саҡрымға яҡын юлда яҡтыртыу ҡоролмаларын алмаштырыу талап ителә. Шулай уҡ юл-транспорт ваҡиғаларынан һуң зыян күргән 80 яҡтыртыу таяуҙары сафтан сыҡҡан. Республиканың ике ҙур ҡалаһын тоташтырыусы юл артерияһын яҡтылыҡ менән 32 трасформатор подстанцияһы тәьмин итә.
Р-240 Өфө-Ырымбур трассаһын яңыртыу-төбәктең транспорт инфраструктураһын үҫтереүҙә мөһим аҙым. Яңы һәм киң юлдан иһә автоһәүәҫкәрҙәр октябрь аҙағында үтер тип көтөлә.
Әлфинә Килдейәрова