Өфөлә «Һатып алыуҙар» буйынса конференция уҙҙы

Сарала дәүләт һәм муниципаль һатып алыуҙарҙың иҡтисад үҫешендә, социаль йөкләмәләрҙе үтәүҙә һәм производство конкурентлығын арттырыуҙа стратегик ҡорал булыуы билдәләнде.

Былтырғы һөҙөмтәләр буйынса, республика «РОСТ» ассоциацияһының тармаҡ системаһын һанлаштырыу рейтингында алдынғы өс төбәк исемлегенә инде. Башҡортостандың конкурент сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты етәкселеге билдәләүенсә, һуңғы биш йылда контракт система күләмле үҙгәрештәр үткән, заманса технологиялар ярҙамында барлыҡ процестар ҙа асыҡ үтә. Бизнесҡа һатып алыуҙарҙа ҡатнашыу өсөн тигеҙ мөмкинлектәр булдырылған.

Конференцияла монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт менән федераль ҡаҙнасылыҡ вәкилдәре саҡырылған, заказ биреүселәр менән тәьмин итеүселәр уларға үҙҙәрен борсоған һорауҙарын еткерә ала. Практик ҡарарҙар яңғырар тип көтәбеҙ, сара аҙағында резолюция ҡабул ителә һәм ул Рәсәй финанс министрлығына тапшырыла.

Гөлшат Арыҫланова, Башҡортостандың конкурент сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе

Конференция федераль орган вәкилдәрен, заказ биреүселәрҙе, тәьмин итеүселәрҙе һәм һатып алыуҙарҙар өлкәһендә эксперттарҙы-барлығы 800-ән ашыу кешене берләштерҙе. Сарала тармаҡтағы мөһим үҙгәрештәр, контракт системаһы тураһында ҡануниәттең хоҡуҡ ҡулланыу практикаһына бәйле көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды.

Яңыраҡ ҡына Мәскәүҙә «Дәүләт заказы» форумы уҙғарылғайны. Унда тармаҡ өсөн мөһим ҡарарҙар ҡабул ителде. Әйтәйек, 1 июлдән контракттар реестрына бәләкәй күләмдә һатып алыуҙар тураһында мәғлүмәт индерелә башлай. Был йүнәлештә эш ҡәтғиләшә. Электрон процедуралар индерелә.

Георгий Сухадольский, Дәүләт, муниципаль һәм корпоратив һатып алыуҙар өлкәһендә профессиональ белгестәр ассоциацияһы генераль директоры