Хәйбулла районы Маҡан ауылында «Иман нуры» мәсете үҙ ишектәрен асты

Ауыл өҫтөндә тәүге аҙан тауышы яңғыраны. Хәйбулла районы Маҡан ауылында «Иман нуры» мәсете үҙ ишектәрен асты. Тантанала Башҡортостан мосолмандары диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин ҡатнашты.

Манаралы йорт төҙөү тураһында ауыл халҡы күптән хыяллана. 2023 йылда мәсеткә нигеҙ һалынып, быйыл төҙөү эштәре тамамланған. Был изге эшкә урындағы халыҡ, район хакимиәте һәм төрлө яҡтарҙа йәшәүсе яҡташтар ҙур ярҙам күрһәткән. Кемдер ҡул көсө менән терәк булһа, бәғзеләре аҡсалата өлөш индергән.

Изге йорт зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырылған, йылытыла торған иҙәндәр һалынған. Мәсет асылыуына айырыуса, ғәрәп телен өйрәнеүсе ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар шатланған. Сөнки быға тиклем дәрестәр мәҙәниәт йортонда үткәрелеп килгән.