Өфөнөң «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле 34-се ижад миҙгелен япты

Быйылғы концерттар тамашасы күңелендә сағыу һәм онотолмаҫ премьералар менән иҫтә ҡалды.

Кисәнең төп премьераһы өс көн эсендә генә тыуған. Ул Башҡортостан менән Белоруссия араһында мәҙәни хеҙмәттәшлекте киңәйтеү сиктәрендә әҙерләнгән. Уны сәхнәгә Беларусь дәүләт академия ансамбленән саҡырылған Максим Кашевич ҡуйған. Балетмейстер «Мираҫ» артистарының профессиональ кимәлен юғары баһалаған.

Ижади коллективтың репертуары йылдан-йыл камиллаша. Милли сәнғәт өлгөләрен һаҡлау, уның ни тиклем бай үҙенсәлекле булыуын раҫлау-ансамблдең төп йүнәлеше.

Концерттың беренсе бүлеген ҙур ваҡиға алдынан репетиция тип тә атарға мөмкин. 25 майҙа «Мираҫ» ансамбле ошо программа менән Мәскәүҙә, Чайковский исемендәге Концерт залы сәхнәһендә сығыш яһай.