«Башнефть» һаҡсыл етештереү принциптарын индерә

Дүртөйлө электр эксплуатация цехында һаҡсыл етештереү принциптарын индереү буйынса пилот проект ҡулланып, транспортҡа һәм матди‑техник ресурстарға сығымдар 31 процентҡа йәғни 22 миллион һумға ҡыҫҡарған. Ҡорамалдарҙың техник торошон диагностикалауға иғтибарҙы арттырыуға бәйле проектты тормошҡа ашырыу   объекттарҙы тотоноуҙың һөҙөмтәлелеген арттырҙы. Яңыса ҡараш энергия менән тьәмин итеү сифатын өс тапҡырға яҡшыртты, Саҡмағоштағы скважиналарҙың  туҡтап тороу осраҡтарын кәметкән. Электр цехындағы эш урындары алдынғы һаналған  «5S» системаһы буйынса ойошторолған. Шулай уҡ, проектҡа ярашлы үҙ тәҡдимдәрен индергән хеҙмәткәрҙәр өсөн бүләкләү системаһы эшләй башланы. Дүртөйлө электр цехы хеҙмәткәрҙәре  шундай 36 тәҡдим индергән. «Башнефть» энергетиктарының тәжрибәһе «Роснефть» компанияһының башҡа нефть һәм газ компанияларында ла ҡулланыласаҡ.

Етештереү һөҙөмтәлелеген арттырыу — «Роснефть» стратегияһының төп йүнәлештәренең береһе.