Өфөлә банк хеҙмәткәре пенсионерҙың 4 миллион һум аҡсаһын һаҡлап ҡалырға ярҙам иткән

  Эске  эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 68 йәшлек ҡатынға йәнәһе лә ҡыҙы шылтыратҡан. Икенсе ҡалала фатир алыу өсөн ярҙам һораған, тиҙ арала банкта булған сумманы  ҡулаҡса менән сығарып алырға ҡушҡан.  Финанс ойошмала оло йәштәге  ҡатындың  тулҡынланыуына иғтибар иткәндәр, махсус инструкцияға ярашлы операция ваҡытлыса туҡтатылған, полицияға мәғлүмәт бирелгән. Тәртип һаҡсылары ҡатынды аҡсаһын банкта ҡалдырырға күндергән. Әле мутлашыусыларҙы асыҡлау буйынса  эш алып барыла.