Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға яңы ярҙам сараһы ҡаралған

Финанс соҡорҙан сығыуға өҫтәмә ярҙам. 1 майҙан махсус хәрби операцияла ҡатнашыуға контракт төҙөүселәр һәм уларҙың ҡатындары ваҡытында түләнмәгән кредит йөкләмәләренән азат ителә. Дәүләт Думаһы депутаттары ошо турала закон ҡабул итте. Бының өсөн 1 йыл йә унан да күберәк ваҡытҡа контракт төҙөү шарт, шулай уҡ бурыстар буйынса суд ҡарары сығарылырға тейеш. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Был сумма ай һайын арта ғына. Банктан ғына түгел, микрофинанс ойошмаларҙан да кредиттар алынған. Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктына килгән ир суд приставына мөрәжәғәт итеп, бурысты ҡайтарыу тураһында суд ҡарары булыуы тураһында ла хәбәр итте.

2026 йылдың 1 майынан контракт төҙөүселәр кредит йөкләмәһенән азат ителә. Дәүләт Думаһы тарафынан ҡабул ителгән законға ярашлы, билдәләнгән датаға тиклем суд ҡарары сығарылған, йә башҡарыу ҡағыҙы тапшырылған, башҡарыу производствоһы ҡуҙғатылған булыуы шарт.

Фәдис Солтанов, Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты офицеры

Һайлап алыу пунктына килеп ғариза яҙырға ғына кәрәк. Шулай уҡ бында документтарҙы, шул иҫәптән паспортты, хәрби билетты тергеҙеү мөмкинлеге лә бар.

Дөйөм алғанда, ун миллион һумға тиклем бурыс тулыһынса ғәмәлдән сығарыла ала. Хәрби хеҙмәткә алыныусынан тыш, ҡатыны ла өҫтәмә ярҙам сараһы менән файҙалана ала. Тик ғаиләнең башҡарылмаған түләүҙәре билдәләнгән сумманан юғары булырға тейеш түгел. Ике йыл элек тә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн ошондай практика индерелгәйне.

Иҫәптәргә арест һалынған, эш суд приставтары ҡарамағында. Башҡортостандың махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһының юридик штабында ҡануниәттәге үҙгәрештәр, ярҙам саралары тураһында тулыраҡ мәғлүмәт алырға мөмкин. Контракт төҙөү буйынса һорауҙарға ла яуаптар бирелә.

Мин төҙөлөш өлкәһендә эшләнем. Әммә бар эшләгән аҡса тик кредит түләүгә китте. Ғаиләмде бурыс йөкләмәһенән азат итеү күптәнге теләгем. Ватан һағында булыу, илгә тоғро хеҙмәт итеү-һәр ир-егеттең яуаплы бурысы. Пилотһыҙ ғәскәрҙәргә эләгермен тип ышанам.

Башҡортостанда ғына махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына 54 ярҙам сараһы булдырылған. Улар мәғариф, социаль яҡлау, һаулыҡ һаҡлау һәм башҡа өлкәләргә ҡағыла. Федераль кимәлдә ҡабул ителгән яңы закон да яугирҙарҙың тормошон еңеләйтергә ярҙам итәсәк.

Гөлназ Хәйбуллина