Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Юлъяҡшиндың концерты үтте

Шоу-программа билдәле яҡташыбыҙҙың төрлө йылдарҙа ижад ителгән композицияларын үҙ эсенә алды. Халыҡ һөйөүен яулаған йырҙар Радиктың үҙе һәм уның ижадташ дуҫтары башҡарыуында яңғыраны. Һәр сығыш «Өфө-Арена» боҙ һарайына килгән йөҙҙәрсә тамашасының күңеленә үтеп инде. Радик Юлъяҡшин тыуған баш ҡалаһындағы сығышын һәр саҡ тулҡынланыу менән ҡаршы алыуын, икеләтә яуаплылыҡ өҫтәүен белдерҙе. Сөнки, тамашасылар араһында уның ҙур сәхнәгә бәләкәй аҙымдарҙан башлаған остаздары ла булды. Концерт телевизион форматҡа ла төшөрөлдө. Ул тиҙҙән республиканың төп телеканалы эфирында күрһәтеләсәк.