Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы иҫкәртә

Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы Асҡын халҡын иғтибарлы булырға саҡыра. Ведомство хеҙмәткәрҙәре бер ҡасан да кешеләргә шылтыратмай. Законға ҡаршы килгән сараларҙа, мутлашыу схемаларында йәки диверсия эшмәкәрлегендә ҡатнашырға саҡырмай.

Бындай хәбәрҙәр мутлашыусыларҙан килергә мөмкин. Шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе таратмағыҙ, билдәһеҙ кешеләр менән аралашмағыҙ, уларҙың әйткәнен үтәмәгеҙ. Уяу булығыҙ!

Федераль именлек хеҙмәте белгестәре эшмәкәрлектәренә бәйле граждандарға шәхсән мөрәжәғәт итә ала.  

Шикле шылтыратыуҙар булғанда йәки закон буйынса тыйылған эш тураһында хәбәрҙар булһағыҙ, был турала хәбәр итегеҙ.

Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының ышаныс телефоны: +7 (347) 273-73-72.

Бөрө ҡалаһындағы бүлек телефоны: + 7 (34784) 2-18-54.

Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт