6 мең техника навигация системаһы менән йыһазландырылған. 30-ҙан ашыу дрон баҫыуҙарҙы күҙәтергә, эшкәртергә ярҙам итә. 2030 йылға улар һанын 150-200-гә еткереү планлаштырыла. Малсылыҡта 37 робот системаһы файҙаланыла. Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, яһалма зиһенде ҡулланыу өсөн ҙур мөмкинлектәр бар. Уңышты, һауымды, тауар сифатын арттырыу буйынса һөҙөмтәләргә ирешергә була, тине ул.