Өфөлә Шайморатов штабының үҙәк офисы асылды

Миңлеғәле Шайморатов исемендәге штаб ирекмәндәре-махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың яҡындарына ярҙам итеү мәсьәләләрендә төп таяныс. Бөгөн республикала «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәләре нигеҙендә эшләгән 71 штаб эшләй Ә хәҙер бөтә «шайморатовсылар»ҙың уртаҡ йорто барлыҡҡа килде. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиов социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, Өфөләге ирекмәндәр штабының үҙәк офисында төрлө саралар үткәреләсәк, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар психологик, юридик һәм башҡа ярҙам аласаҡ. Бында гуманитар ярҙам килтерергә лә мөмкин. Бөгөн Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы 20 меңдән ашыу кешене берләштерә. Улар төрлө йәштәге, социаль статустағы һәм һөнәргә эйә кешеләр. Штаб офисы көн һайын иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 55-се йорт адресы буйынса эшләй. Ҡыҙыу линия телефоны: 8 800 2018903.