Өфө районында водолаздар өсөн махсус уҡыуҙар үтә

Водолаздар һыуға батҡан вертолеттың бер өлөшөн сығарҙы. Ғәҙәттән тыш хәлдә Башҡортостан һәм Ырымбур ҡалаһынан водолаздар ҡатнашты. Өфө районының Жуков ауылы эргәһендәге күлдә ике төбәк водолаздары 12 майҙан 26 майғаса уҡыуҙар үтә. Күнекмәләр барышын БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева күҙәтте.

Һыу аҫтында һәр водолаз һауаны төрлө күләмдә файҙалана. Әммә баллон бушай башлағас та, водолаз ярҙағы инструкторға был хаҡта сигнал менән иҫкәртергә тейеш. Бының өсөн уның биленә бәйләнгән бау ҡулланыла. Башҡортостан ғәҙәттән тыш хәлдәр комитеты авария ҡотҡарыу хеҙмәтенең Нөгөш эҙләү-ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәре Салауат Садиҡов водолаз эшендә ике йыл. Бөгөн ул һыуға сумыусы Ырымбур өлкәһе водолазы менән эшләй.

Водолаздар битлектәренә монтажланған микрофон аша һөйләшеп тә аңлаша. Бының өсөн күсмә станция бар. Оператор ярҙан һыу аҫтындағыларға ҡарарҙар бирә, уларҙың хәлен белә.

Күсмә станция ҡатмарлы хәлдәрҙә файҙаланыла, водолаз һыуға видеокамера ла алып төшә, һыу аҫтындағы күренеште оператор станция экранында күҙәтә ала. Көтөлмәгән хәл килеп тыуырға мөмкин, ундай осраҡтарға һәр водолаз әҙер булырға тейеш.

Ғауғаға бирелмәҫкә, мәҫәлән, көслө ағымда битлек шыуып китергә мөмкин, тыныс булырға кәрәк, бер кислород баллонынан һауа һулап өҫкә менгән осраҡтар ҙа була.

Егор Меркулов, Ырымбур авария ҡотҡарыу хеҙмәте водолазы

Иң мөһиме, ғәҙәттән тыш хәл ваҡытында башҡаларҙы ҡотҡарғанда баҙап ҡалмау, дөрөҫ тактика. Башҡортостан менән Ырымбурҙан биш водолаз уҡыуҙар ваҡытында яңы һынауҙар үтә, тәжрибә уртаҡлаша.

Быйыл уҡыуҙарға Ырымбур водолаздары ла саҡырылды, киҫкен осраҡтар, һыу аҫтында дөрөҫ йөҙөү, бәйләнеш кеүек берлектәге күнекмәләр уҙғарыла. Бөгөн практикала һыуға батҡан вертолет өлөшөн сығарыу заданиеһы үтәлде.

Илгиз Фәррәхов, Башҡортостан ғәҙәттән тыш хәлдәр комитетының авария ҡотҡарыу хеҙмәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы

Республиканың авария ҡотҡарыу хеҙмәтендә 51 водолаз иҫәпләнә. Улар йылына ике тапҡыр ошондай уҡыуҙар үтә. Был хеҙмәт ауыр һәм хәүефле һанала, шуға водолаз һөнәрендә гүзәл заттар эшләмәй. Ир-егеттәрҙән дә физик яҡтан ныҡлы әҙерлекле, сәләмәт булғандар ғына һайлап алына.

Рәмилә Исмәғилева