Башҡортостанда 75 ауыл «Айыҡ ауыл» исемен йөрөтә

Республикала 75 тораҡ пункт «Айыҡ ауыл» исемен йөрөтә. Улар барыһы ла ныҡлы ғаилә, айыҡлыҡ өлгөһө. Бөрө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға, айыҡ тормошто пропагандалауға арналған сираттағы күсмә форумын ҡабул итте.

Ул бөрөләрҙән тыш, Асҡын, Балтас, Борай, Ҡалтасы, Краснокама, Мишкә, Тәтешле, Яңауыл райондары, Ағиҙел ҡалаһы вәкилдәрен йыйҙы. Төрлө милләт вәкилдәрен бергә йыйған сараның тантаналы өлөшөндә «Айыҡ ауыл» конкурсы еңеүселәре тәбрикләнде. Сәләмәт йәшәү рәүеше мәҙәниәтен булдырыу буйынса төбәк тәжрибәһе лайыҡлы баһаланды. Ошонда уҡ тематик күргәҙмәләр эшләне, ИТ-белем алыу, эшҡыуарлыҡ буйынса консультациялар уҙғарылды. Тыуған яҡты өйрәнеүселәр, тарих уҡытыусылары, музей, китапхана хеҙмәткәрҙәре шәжәрәләр төҙөү буйынса практикум секцияһында фекер алышты.