Республиканың төп сәхнәһендә Өфөнөң Ленин районы хеҙмәтсәндәре «Башҡортостан» дәүләт концерт залында райондың 90 йыллығына арналған тантаналы сара уҙҙы. Район халҡын, власть вәкилдәрен, ижади коллективтарҙы һәм абруйлы ҡунаҡтарҙы берләштергән сағыу ваҡиғанан БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.
Ленин районының биләмәһе 7 мең гектарҙан ашыу. Район республиканың баш ҡалаһы тормошонда хәл иткес роль уйнай. Бында ҙур фабрикалар һәм заводтар урынлашҡан. Юбилей тантанаһында райондың 90 йыллыҡ ҡаҙаныштары барланды, ҡаланы төҙөкләндереү, төҙөлөш, тимер юлы һәм һыу транспорты, ҡотҡарыу хеҙмәте, мәҙәниәт, медицина өлкәһендә тырышып эшләгән хеҙмәт алдынғыларына лайыҡлы наградалар тапшырылды.
Райондың Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашыуы ҡунаҡтарҙы ҡабул итеү өсөн уңайлы булһа, һыу һәм тимер юл ҡапҡалары аша йөк ташыу мөмкинлеге бирә. Райондың хәҙерге тарихы үткән йылдар традицияларын дауам итә. Ленин районы 1936 йылда ойошторола һәм үҙ эсенә биштән ашыу тарихи райондарҙы ала. Бөгөн бында 97 мең ярымдан ашыу кеше йәшәй. Район үҙенең 90 йыллығына инфраструктура, мәғариф,мәҙәниәт, спорт өлкәһендәге мөһим ҡаҙаныштар менән килде. Был уңыштар райондың динамик үҫешен, халыҡтың эшсәнлеген, хакимиәтенең тырышлығын сағылдыра.
Районда социаль объекттар төҙөү һәм реконструкциялау әүҙем башҡарыла. Әлеге ваҡытта 1225 урынлыҡ белем бреү үҙәге-балаларҙы уҡытыу һәм үҫтереү өсөн уңайлы мөхит менән заманса мәктәп төҙөлөшө тамамланыуға табан бара.
Районда олоһо-кесеһенә спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырылған: олимпия резервындағы спорт мәктәптәре, юғары оҫталыҡлы спорт әҙерлеге һәм фехтование үҙәктәре эшләй. Тренерҙар һәм физкультура уҡытыусылары уңайлы шарттарҙа көслө, етеҙ балалар тәрбиәләй алыуҙары менән хаҡлы ғорурлана.
Өс тиҫтәнән ашыу эре һәм урта предприятиелар, шулай уҡ меңәрләгән бәләкәй бизнес субъекттары һәм шәхси эшҡыуарҙар райондың иҡисади үҫешенә тос өлөш индерә,йыл һайын продукция күләмен арттыра, табышлы эшләй. Ленин районы халҡы махсус хәрби операция яугирҙарына ярҙам итә, илһөйәрлек һәм берҙәмлек тойғолары һәр ғаиләлә тәрбиәләнә.
Гүзәл Борханова