Өфөлә Хәйбулла районынан сыҡҡан яҡташтар осрашты

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы республиканың төпкөл төбәгендә йәшәүселәрҙе бергә йыйҙы. Мәҙәни сара мәҙәниәт учреждениеһы алдындағы майҙандан уҡ башланды. Баш ҡала һәм ҡунаҡтары иғтибарына, Хәйбуллалар төбәк уңғандарының ҡул эштәренән, ауыл хужалығы продукцияларынан торған күргәҙмә-йәрминкә төҡдим итте. Өфө халҡы сират тороп Хәйбулла бренды-төрлө емеш-еләк ҡушып эшләнгән ҡорот һатып алды.

Шулай уҡ филармония алдында ойошторолған майҙанда махсус хәрби операция ҡатнашыусыларын рухын күтәрерҙәй Хәйбуллала башҡарылған эштәр ҙә барланды. Төбәк ирекмәндәре яугирҙарға ярҙам сараларыц ла ойошторҙо. Әйткәндәй, фөлә үткән яҡташтар осрашыуынан тупланған аҡса махсус хәрби операцияға йүнәлтеләсәк.