Өфө районында йәшәүсе Вәсилә Иҙрисованың «Аллаһ бөтә доғаларыбыҙға яуап ҡайтарһын» тигән намаҙҙар йыйынтығы донъя күрҙе. Дини китапта заман шарттарында рух көсөн һаҡлау, дөрөҫ итеп доға ҡылыу, намаҙ уҡыу тәртибе тураһында мәғлүмәт тупланған. Оҙаҡ йылдар Баймаҡта уҡытыусы булып эшләгән авторҙың китабы 500 данала баҫтырылған. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
Вәсилә Иҙрисова 8 йылдан ашыу дин юлында. Ҡазан ҡалаһындағы мәҙрәсәне тамамлағандан һуң ул яҡындары, таныштары өсөн доғалар ҡылып, һәр иртәһен социаль селтәрҙәрҙә сәләм, рухи теләк белдереп пост яҙыуҙан башлай. Изге ниәт менән яҙылған яҙмалар уҡыусылар араһында һорау менән файҙалана һәм күп тә үтмәй уның емеше булып «Аллаһ бөтә доғаларыбыҙға яуап ҡайтарһын» тигән китабы донъя күрә.
Бөрйән районында тыуып үҫкән ханым 38 йыл Баймаҡ ҡалаһында уҡытыусы булып эшләй. Әүҙем йәмәғәт тормошо менән йәшәгән тәжрибәле педагог Рәсәйҙең Почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булған. Тормош иптәше менән хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем мәктәптә эшләп Өфө районына күсеп килгән.
Ике бала әсәһе, мәрхәмәтле өләсәй күреү һәләтен юғалтҡанға тиклем башҡорт милли биҙәүестәрен эшләү менән шөғөлләнгән. Уның шәхси коллекцияһында сағыу селтәрҙәр, түшелдерек, һаҡал кеүек әйберҙәр урын алған. Ә инде намаҙ китаптарын яҙыу эшен ул артабан дауам итә, сөнки хиҡмәтле уйҙар, доғалар уның төрлө район-ҡалаларҙа йәшәүсе уҡыусыларына рухи көс һәм дәрт бирә.
Ф. Миһранова