«Таланттар йондоҙлоғо» конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте

Был сара ауыр тормош һынауҙарына дусар булған балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр өсөн бик мөһим. Сөнки ул йәш йырсыларға, бейеүселәргә һәм музыканттарға ҙур сәхнәгә сығырға ярҙам итә, мәғарифтағы ҡаҙаныштары баһалана. Тәүҙә конкурс инвалид балалар өсөн генә ойошторола. Әммә ваҡыт үтеү менән ул сиктәрен киңәйтә. Быйылғы призерҙар араһында-ишле ғаиләләрҙең һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары ла бар. Сарала 50-гә яҡын награда һәм аҡсалата сертификат тапшырылды. 10 июндә «Башҡортостан» концерт залында «Таланттар йондоҙлоғо» конкурсының гала-концерты үтә. Унда еңеүселәр профессиональ артистар менән сығыш яһай.