Шулай уҡ Өфөлә Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Борис Шестаков иҫтәлегенә арналған үҙешмәкәр академик хор коллективтары араһында асыҡ конкурс уҙҙы. Профессорҙың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған мәҙәни сара төрлө быуын вәкилдәрен берләштергән тиҫтәләп ижади коллективты бергә йыйҙы. Конкурс талаптарына ярашлы, баһалама ағзалары алдында улар ике композиция, шул иҫәптән музыкаль оҙатыуһыҙ сығыш яһаны. Борис Шестаков 1968 йылда Алматы консерваторияһынан Өфөгә яңы ойошторолған сәнғәт техникумына уҡытырға саҡырыла. Сәнғәт институтында хор дирижерлығы бүлеген булдырыуҙа ҡатнаша. Шул ваҡыттан алып уҡыу йортоноң педагогик үҙәген тәшкил итеп, бер нисә быуын талантлы хормейстрҙар тәрбиәләүгә өлгәшә.