Ул 31 майға тиклем дауам итә. Баш автоинспектор Владимир Севастьянов белдереүенсә, аҙна дауамында водителдәрҙең машиналарҙы уҙғанда ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәүенә етди иғтибар була. Талаптар үтәлмәһә, яуаплылыҡ та ҡаралған. “Юл ҡазаларын иҫкәртеү маҡсатында автоинспекторҙар ҡатмарлы юл өлөштәрендә эшләй”, - тине ул.