Быйыл 9-сы һәм 11-се кластарҙы бөтәһе 50 меңдән ашыу бала тамамлай. Бөгөн хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә төбәк башлығы Радий Хәбиров көс структураларына һәм муниципалитет етәкселәренә байрамды байрамын тыныс үткәреүҙе тәьмин итеү бурысын ҡуйҙы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ «Һуңғы ҡыңғырау» көнөндә республикала алкоголь һатыу тыйыла. Бындай закон күмәк кеше ҡатнашлығындағы тантаналар ваҡытында хәүефһеҙлек һәм тәртип тәьмин итеү маҡсатында ҡабул ителде. Йәмәғәт туҡланыуы предприятиеларына был сикләү ҡағылмай.