Бер йыллыҡ уҡыу аҙағына яҡынлаша. Өфө районының «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының дүртенсе модуле старт алды. Быға тиклем проектта ҡатнашыусылар дәүләт һәм муниципаль идара алымдарын үҙләштерһә, хәҙер һанлаштырыу технологиялары буйынса белемен камиллаштырасаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, кадрҙар программаһы Рәсәй Президенты башланғысы менән тормошҡа ашырылған «Геройҙар дәүере» федераль проектына оҡшаш, төбәк кимәлендә үтә. Яңы быуын идарасылары әҙерләнгән майҙансыҡтан БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина әҙерләгән яҙма.
«Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһында ҡатнашыусылар йыл дауамында бер сафта. «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында улар өсөн йәнә уҡыуҙар ойошторола. Ун көн дауамында һуңғы модуль үҙләштереләсәк. Тәтешле районынан Венер Сафин да проекттың алғы һыҙыҡтан ҡайтҡан яугирҙар өсөн оло әһәмиәткә эйә булыуын билдәләй, идара итеү һәләттәрен камиллаштырырға ярҙам итә.
Мәғариф программаһы дүрт модулдән тора. Проектта ҡатнашыусыларҙың һәр ҡайһыһы төбәктең идара командаһынан остаз менән эшләп, дәүләт һәм муниципаль власть органдары ҡарамағында стажировка ла үтте, араларында профиль буйынса эшкә урынлашыусылар ҙа бар. Яңы уҡытыу модуленә килгәндә, ул заманса идара технологияларына арналған.
«Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһында ҡатнашыусыларҙың теләге бер-республика үҫешендә ҡатнашып, халыҡҡа файҙа килтереү.
Эшлекле уйындар, тренингтар, билдәле шәхестәр менән осрашыуҙар-сираттағы мәғариф программаһы ла интерактив форматта ойошторолған. Шулай уҡ Өфө производство майҙансыҡтарына экскурсиялар ҙа ҡаралған.
Проектта ҡатнашыусылар өсөн мәҙәни-спорт программаһы ла әҙерләнгән. Лекцияларҙан һуң улар волейбол, футбол уйнай, шулай уҡ көслө команда «Геройҙар уҙышы»нда ла ҡатнашырға иҫәп тота.
«Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһында ҡатнашыусылар алдында ҙур һынау көтөлә. Июлдә улар сығарылыш аттестация эшен яҡлаярға тейеш. Проекттар дәүләт һәм муниципаль идара системаһын яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Иң мөһиме-димплом алған белгестәр эш урыны менән тәьмин ителәсәк.
Гөлназ Хәйбуллина