Айыҡлыҡ-йәшәү рәүеше. Республикала «Айыҡ ауыл» конкурсының йомғаҡтары барланды. Радий Хәбиров иң яҡшы тип табылған 7 ауылға 3 миллиондан алып 6 миллион һумға тиклем аҡсалата сертификат тапшырҙы. «Бәләкәй тораҡ пункттар» номинацияһында беренсе урынды Асҡын районынан Гөмбә ауылы яуланы. Еңеүселәр менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова осрашты.
Сигелгән алъяпҡыс, ағас һәм ҡайын туҙынан эшләнгән һауыт-һаба. Һәр береһенә кәм тигәндә 80-100 йыл. Музей-ауылдың, бында йәшәгән халыҡтың тарихын һаҡлай. Махсус хәрби операция мөйөшө иһә ҡаһармандарса һәләк булған яҡташтар иҫтәлегенә бағышланған.
Үткән аҙанала музейҙы яңы һәм иң ҡиммәтле экспонат тулыландырған. Бында килгән һәр кемгә хәҙер «Айыҡ ауыл» бәйгеһендә нисек еңеүҙәре тураһында ғорурлыҡ менән һөйләйҙәр. Республика конкурсында ҡатнашырға йөръәт иткән халыҡ, ошо ваҡыт эсендә ярайһы уҡ эш башҡара: музей, китапхана бинаһын ремонтлай, мәсет, балалар майҙансығы, йылға аша аҫылмалы күпер төҙөй. Быларҙың барыһы ла айыҡ көйөнсә.
Марсель Нуртдинов-отставкалағы прапорщик. Рәсәйҙең төрлө тарафтарында хеҙмәт иткәндән һуң, тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Биш йыл тирәһе башҡорт тоҡомло ат үрсетә. Нуртдиновтар-өлгөлө башҡорт ғаиләһе конкурсы еңеүсеһе, бында һәр кемдең үҙ шөғөлө бар. 78 йәшлек Әхвәс Фәиз улы тыумыштан ишетмәһә лә, төрлө жонглёрлыҡ алымдарына оҫта, 5 йәшлек Нияз менән Ғаяз спортҡа әүәҫ. Гөлнара ханым иһә белеме буйынса финансист, оҙаҡ йылдар Өфөлә йәшәй. Ауыл еренә күсеп ҡайтҡас та яңы һөнәрҙәр үҙләштерә-баҡса үҫтерә, ҡош -ҡорт аҫрай, уҡыусыларға финанс белем дәрестәре алып бара.
Гөмбә ауылының биш урамында 91 кеше йәшәй. Халыҡ һаны күп булмаһа ла уларҙың тырышлығын, уңғанлығын тирә-яҡта һәр кем белә. Бар нәмәне бергә эшләп өйрәнгән ауылдаштар ямғыр теләү йолаһына йыйылды. Имам хатиб доға ҡылды, йыйылыусылар ҡарға бутҡаһы менән һыйланды. Тап йолаларҙы тергеҙеү, үҙенсәлекле саралар үткәреү «Айыҡ ауыл» конкурсының баһалама комиссияһы һөйөүен яулай.
«Айыҡ ауыл» конкурсы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән үткәрелә. Бәйгене халыҡ ихлас ҡабул итә, бүләкләү фонды ла-етди. Тораҡ пунктың ҙурлығына ҡарап 3 миллиондан алып 6 миллион һумға тиклем аҡсалата сертификаттар менән бүләкләйҙәр. Ә конкурста 2-се һәм 3-сө урын яулаусыларға 200-шәр мең аҡса бүленә.
Быйыл айыҡлыҡ өсөн алышта 845 тораҡ пункт ҡатнаша. Конкурс башланғандан алып иһә 3 мең ярымдан ашыу ауыл көс һынашҡан. Халыҡты берҙәмләштереү, айыҡ һәм сәләмәт тормошҡа әйҙәү, телебеҙҙе, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һаҡлау-үҙе ҙур еңеү.
Әлфинә Килдейәрова