Ахай батырҙары бил бирмәй. Әбйәлил районы Ишбулды ауылында милли көрәш буйынса Урал аръяғының асыҡ турниры үтте. Спорт ваҡиғаһы төбәктә көрәш секцияһы ойошторорлоуға 25 йыл тулыуға арналды. Сирек быуат эшләү дәүерендә тренер Рәйес Әбделғәзин күренекле көрәшселәр, ысын чемпиондар әҙерләгән. Келәмдә барған алыштарҙы БЮТ ижади төркөмө күҙәтте.
Билдәре нығынып та өлгәрмәгән Ишбулды малайҙары көрәш менән ихлас шөғөлләнә. Күҙҙәренән осҡон сәсрәп торған үҫмерҙәр Ҡыҙыл буйының буласаҡ батырҙары. Үрнәк алырлыҡ ағалары ла етерлек. Шуларҙың береһе Ғаяз Шөғөров 2022 йылда донъя чемпионы исемен яулай. Тәржрибәле тренер Рәйес Әбдулғәзин ҡулы аҫтында, уҡыусылар көслөләрҙән ҡурҡмаҫҡа, еңеүҙән төңөлмәҫкә өйрәнә.
Ишбулды ауылында милли көрәш секцияһы 25 йыл элек ойошторола. Ошо ваҡыт эсендә 72 спортсы әҙерләнә, уларҙың күбеһе республика, Рәсәй ярыштары еңеүселәре. Төбәк көрәшселәре келәмдәге уңыштары менән бер рәттән, үҙҙәренең ҡаһарманлығын да күрһәтә. Ете егет махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың өсәүһе батырҙарса һәләк булған.
Алыштар һәр ауырлыҡ үлсәмендә лә көсөргәнешле үтте. Бында еңеүселәр ҙә, еңелеүселәр ҙә берҙәй хөрмәткә лайыҡ булды, сөнки һәр береһе бил бирмәҫ Ахай батырҙары рухында көрәште.
Турнир һөҙөмтәләре буйынса абсолют чемпион исемен Дәүләт ауылынан Арыҫлан Мәхмүтов яуланы. Ул йола буйынса тәкә менән бүләкләнде. Шулай уҡ ярышты ойоштороусылар һәм милли спорт төрө үҫешенә тос өлөш индереүселәр айырым билдәләнде. Был сара-спортты пропагандалау, йәш быуынды милли рухта тәрбиәләү, ауыл тормошон йәнләндереү өсөн мөһим аҙым булды.
И.Байбулатов