Өфөнөң Ағиҙел йылғаһына меңләп бәкре балығы ебәрелде

Федераль проект нигеҙендә ойошторолған экологик сарала республика район-ҡалаларынан төрлө предприятие-учреждениелар ҡатнашты. Улар акция барышында күпләп пластик ҡапҡастар йыйып, икенсе сеймалға тапшыра. Тупланған аҡсаға селбәрәләр алына. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Федераль экологик проект илдең 10 төбәгендә тормошҡа ашырыла. Һәр субъекттың үҙ үҙенсәлеге һәм талаптары бар. Мәҫәлән, Архангел өлкәһе, Пермь крайы һәм Башҡортостанда йәшәүселәр күпләп пластик ҡапҡастар тапшырып, йылға-күлдәргә бәкре балығын ебәрҙе. Быйылғы миҙгел Өфөнөң Ағиҙел йылғаһынан асылды.

Экологик проект быйыл тәүгә тормошҡа ашырыла. Быға тиклем ул айырым кешеләр тарафынан ойошторола килде. Миҙхәт Хәсәнов мәҫәлән, оҙаҡ йылдар Себерҙә эшләп хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң тыуған ауылына ҡайтып экологик акциялар уҙғара. Күптәр уны кедр ағастары ултыртыусы булараҡ белә. Ә балыҡ үрсетергә ул бала саҡта өйрәнгән.

Ағиҙел йылғаһына меңләп бәкре балығы ебәрелде. Бер селбәрәһе 150 һумға төшкән. Ул республика район-ҡалалары предприятие-ойошмаларынан, ҡайһы бер мәғариф учреждениелары йыйып тапшырған пластик ҡапҡастар хаҡына алынған. Йәмғеһе, республика заводка ике тоннанан ашыу ҡапҡасты ҡайтанан эшкәртеүгә оҙатҡан.

Азат Ғәлиуллин