Өфөлә милләт-ара дуҫлыҡҡа арналған аш-һыу проекты үтә

Халыҡтар берҙәмлеге йылына Милли аш-һыуҙар проекты. Рәсәй Халыҡтары Ассамблеяһы, «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостан бүлексәләре «Ете ҡыҙ» йәмәғәт ойошмаһы менән бергә яңы проектты тормошҡа ашыра.

Проект буйынса Башҡортостанда йәшәгән төрлө милләт халыҡтарының аш-һыуҙарын әҙерләү ҡаралған. Әммә төп маҡсат милли ризыҡ әҙерләүгә генә ҡайтып ҡалмай, эш ваҡытында һәр халыҡтың милли-мәҙәни ҡиммәттәре, йолалары, көнкүреше тураһында әңгәмәләр ҡорола. Проект Өфөнөң үҙәгендә урынлашҡан «Бишбармаҡ» студияһында тормошҡа ашырыла.

Тәүге осрашыуҙа башҡорт бишбармағы бешерелһә, был юлы окрошка әҙерләнде. Рустарҙың милли ризығын әҙерләү серҙәре менән Башҡортостан рустары соборы рәйесе урынбаҫары Павел Васильев, уның тормош иптәше Эльвира ханым уртаҡлашты. Ойоштороусылар әйтеүенсә, Башҡортостан милләт-ара дуҫлыҡ, татыулыҡ өлгөһө булып тора, яңы проект ошо берҙәмлектең сағылышы.