Башҡортостанда эшҡыуарлыҡ аҙналығы башланды. Бөгөн “Йәнле һөйләшеү һәм үҫеш өсөн фекерҙәр” тип аталған түңәрәк өҫтәл уҙғарыла. Эшҡыуарҙар хоҡуғын яҡлау буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил Ирина Абрамова модератор була. Эшҡыуарлыҡ аҙналығы республикалағы эшлекле ваҡиғаларҙың береһе иҫәпләнә. "Минең бизнес" үҙәге филиалдары район һәм ҡала хакимиәттәре, йәмәғәт берләшмәләре менән 40-тан ашыу сара әҙерләгән.