17 меңдән ашыу ҡыҙ һәм малай ун беренсе, 54 мең самаһы уҡыусы туғыҙынсы класты тамамлай. Өфөләге Рауил Бикбаев исемендәге 102-се гимназия директоры Шайморат Тимербулатов һөйләй.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБөгөн коллегабыҙ, “Юлдаш” радиоһы алып барыусыһы Гөлназ Хәлитованың ғаиләһе өсөн дә мөһим көн. Уның улы Данис 11-се класты тамамлай.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРеспубликала сығарылыш уҡыусылары өсөн йомғаҡлау имтихандары ғәҙәттәгенән һуңғараҡ башлана. Тәүге Берҙәм Дәүләт Имтиханы 1 июндә була. 9-сы класс уҡыусыларының төп дәүләт имтиханы 2 июндә башлана. “Был ҡарар мәктәптәргә уҡыу программаһын тыныс тамамларға һәм һынауҙарға яҡшыраҡ әҙерләнергә мөмкинлек бирә”, - ти Башҡортостан мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБерҙәм дәүләт имтиханында рөхсәт ителгән ризыҡтар аталды. Мәғариф өлкәһен күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттән хәбәр итеүҙәренсә, һынау тотоусылар аудиторияға шоколад, банан, шыйыҡ йогурт һәм шешәлә газһыҙ һыу индерә ала. Аҙыҡ-түлектең тышлығы тауыш сығарырға тейеш түгел. Берҙәм дәүләт имтихандарының төп этабы 9 июлгә тиклем дауам итә.