Бөгөн республикала “Шайморатов рубежы” тигән автосәфәр үтә

Унда махсус хәрби операция ветерандары, йәмәғәт ойошмалары ағзалары ҡатнаша. Машиналар колоннаһы Өфөнөң Совет урамына  Ҡырмыҫҡалы районы Шайморат ауылына тиклем бара. Ауылда Рәсәй Геройы, 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәли Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйылған. Автосәфәрҙә ҡатнашыусылар монументҡа сәскә һала, яугирҙар рухына намаҙ ҡыла.