Махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән яҡташыбыҙ тураһында Әлшәй районы хакимиәте башлығы Наил Әбелғужин хәбәр иткән. Алена Раевкала Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге гимназияны тамамлаған. Былтыр алғы һыҙыҡта хеҙмәт итергә ҡарар ҡылған. “Алина осорған һәр дрон Еңеүҙе яҡынайта”, - тип билдәләгән хакимиәт башлығы. Яугир тыуған яғына ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан. Пионерҙар йорто ирекмәндәре уға маскировка селтәрҙәре тапшырған. “Һәр төйөнө изге теләк менән бәйләнгән селтәрҙәр дошман күҙенән һаҡлаһын. Пилотһыҙ осҡостарҙың ҡанаты һәр саҡ сәпте тапһын”, - тигән Наил Әбелғужин. Республикала ир-егеттәрҙе пилотһыҙ осҡостар ғәскәренә алыу дауам итә. Тулы мәғлүмәт менән башбат.рф сайтында танышырға мөмкин. Белешмә өсөн элемтә телефоны: 122. Студенттар өсөн айырым шарттар ҡаралған. Вузда белем алыусылар академик ял алырға хоҡуҡлы. Хәрби хеҙмәт тамамланғандан һуң улар бюджетта уҡый ала. Дошман көстәрен юҡ иткән хәрбиҙәргә 50 меңдән ярты миллион һумға тиклем аҡса ҡаралған.