Краснокамала ҡоро үләнгә ут ҡапҡан

Янғын һүндерелгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан ошо турала белдерәләр. Республикала юғары янғын хәүефе һаҡлана. Халыҡты үтә иғтибарлы булырға, ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә саҡыралар. Урман һәм ҡырҙа усаҡ яғыу, сүп-сар яндырыу тыйыла. Быйыл Башҡортостанда 10 урман янғыны теркәлгән, 83 гектарҙан ашыу майҙан зыян күргән.