Башҡортостандың физкультура уҡытыусыһы илдең иң яҡшы педагогтары араһында

Мәскәүҙә “Футбол магниты” Бөтә Рәсәй конкурсының йомғаҡлау сараһы үткән. Республика Спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Октябрьский ҡалаһының 2-се гимназияһы уҡытыусыһы Владислав Коптилин иң яҡшы 11 педагог исемлегенә индерелгән. Бүләкләү тантанаһы футбол буйынса Рәсәй Кубогы барышында уҙғарылған. Стәрлетамаҡ ҡалаһының 36-сы балалар баҡсаһы хеҙмәткәре Татьяна Кәримова ла оҫта белгестәр рәтендә урын алған. “Уҡытыусы, тәрбиәсе һәм остаздарыбыҙҙың хеҙмәтенә юғары баһа бирелде. Улар балалар футболын үҫтерә, ҡыҙ һәм малайҙарҙы спортҡа йәлеп итеү өсөн ҙур эш башҡара”, - тип белдерәләр Спорт министрлығынан.