Өфөлә “Китап-байрам”программаһына ярашлы кисен асыҡ һауала кино ҡарау ойошторола

28 майҙа Айнур Асҡаровтың Мостай Кәрим повесы буйынса төшөрөлгән “Өс таған” фильмы күрһәтелә. 29 майҙа шул уҡ режиссерҙың “Йыл ғаиләһе” комедияһы була. 30 майҙа Александр Галибиндың Мостай Кәрим әҫәре буйынса “Беҙҙең өйҙөң йәме” киноһы планлаштырылған. Рәсәй халыҡтарының Берҙәмлек йылына арналған фестивалдә, ғаилә менән уҡыу, тарих, хәтер һәм илһөйәрлек көндәре үтә.