Стәрлетамаҡтағы янғында йорт ҡыйығы, биш фатир, еңел автомобиль һәм мопед зыян күргән. Ғәҙәттән тыш хәл уҙған төндә Машиналар эшләүселәр урамындағы ике ҡатлы таунхауста теркәлгән. Фатирҙарҙың береһендә өс балалы ғаилә йәшәгән. Бәхеткә күрә, кешеләр араһында ҡорбандар юҡ. Әле урында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәфтишсеһе эшләй, ут сығыу сәбәптәре асыҡлана.