Сосланбәк Тавасиевтың ейәне Салауат Юлаевтың һәйкәлен реставрациялағанда бронзаны ҡулланыу тәҡдимен ыңғай баһаланы. Билдәле скульптор үҙе лә заманында монументты ҡойор алдынан тап ошо металды ҡулланырға теләй. Әммә ул йылдарҙа финанс ҡыйынлыҡтар арҡаһында материал суйынға алмаштырыла. Бронзанан күсермә яһағанда тәү сиратта эштең сифатына, атап әйткәндә, төп нөсхәне күсереп алыуға баҫым яһарға кәрәк, тине Ростан Тавасиев.
Бынан алда эксперттар реставрацияның ике вариантын да баһалаған һәм зыян күргән деталдәрҙе яңынан ҡойорға тура киләсәк тигән һығымтаға килгән. Әммә был осраҡта оҙайлы гарантия тураһында һүҙ алып барыу мөмкин түгел. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Радий Хәбиров оҫтаханаға барғанында бронзанан күсермә яһау, ә суйын оригиналды тергеҙеп быяла көмбәҙ аҫтында урынлаштырыу мәсьәләһен күтәрҙе.