Әбйәлил районында беренсе тапҡыр үткән эшҡыуарҙар балында 150-нән ашыу йүнсел ҡатнашты. Осрашыу барышында Асҡар ауылындағы «Урал батыр» туристик паркында тантаналы рәүештә фонтан асылды. Сара Урал аръяғы район-ҡалалары йүнселдәрен, йәмәғәт эшмәкәрҙәрен, бизнес-шерифтарҙы берләштерҙе. Улар үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашты, эшлекле бәйләнештәрҙе яйға һалды, оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Шул иҫәптән төбәктең Салауат ауылындағы хосписына кәрәк-яраҡтар өсөн аҡса йыйып тапшырҙы.