Башҡортостанда «Атайлыҡ даны» конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

Өлгөлө атайҙар көс һынаша. Республикала «Атайлыҡ даны» конкурсына ғаризалар ҡабул ителә. Бәйгелә ҡатнашыусыларҙың береһе-Асҡын районынан Ришат Заманов. Яңы Мутабаш ауылында йәшәүсе замандашыбыҙ тормош иптәше Гөлсәсәк менән 6 балаға ғүмер бирә. Ул үҙе лә күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән, Ришат Заманов 10 йылдан ашыу Ҡышлауйылға ауылы мәктәбендә кочегар булып эшләй. Шулай уҡ Мутабаш ауыл советы хакимиәте депутаты булараҡ йәмәғәт эштәрен алып бара, махсус хәрби операция яугирҙаре өсөн гуманитар ярҙам туплауҙа, экологик өмәләр ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша.

Ришат Мәғәнәүи улы «Атайлыҡ даны» конкурсында тәүге тапҡыр ҡатнаша. Ауылдаштары уны ышаныслы ғаилә башлығы, әүҙем йәмәғәтсе, эшлекле, тырыш хеҙмәткәр булыуы өсөн хөрмәт итә һәм наградаға лайыҡлы тип иҫәпләй. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Атайлыҡ даны» республика конкурсын Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы үткәрә. Быйыл заявкалар ҡабул итеү 1 авгусҡа тиклем оҙайтылды. Конкурста еңеүгә лайыҡлы балалар тәрбиәләгән, ғаилә традицияларын һаҡлаған, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан ирҙәр дәғүә итә ала.