Башҡортостан мәктәптәрендә «Һуңғы ҡыңғырау» яңғыраны

Башҡортостандың мәғариф усаҡтарында «Һуңғы ҡыңғырау» яңғыраны. Республика мәктәптәрен 18 меңгә яҡын ун беренсе һәм 54 меңдән ашыу туғыҙынсы класс уҡыусыһы тамамлай. Тантаналы линейка Иглин район мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанда ла уҙҙы. 1 мең 200-ҙән ашыу бала өсөн бөгөнгө байрам шатлыҡлы, шул уҡ ваҡытта күңелһеҙ ҙә. Сөнки ҡыңғырау сыңы мәктәп менән хушлашыу һәм тәүге тапҡыр оло тормошҡа аяҡ баҫыуҙы хәбәр итте. Ҡыҙ һәм егеттәрҙе алда мөһим имтихандар, онотолмаҫлыҡ сығарылыш кисәһе һәм уҡыу йортон һайлау көтә.