Сәхнәлә-йәш таланттар. Баймаҡ ҡалаһының Ғата Сөләймәнов исемендәге балалар сәнғәт мәктәбендә отчет концерты үтте. Рәсәйҙә Халыҡтар берҙәмлеге, Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылына нигеҙләнгән мәҙәни программа хаҡында киләһе яҙмала.
Ғата Сөләймәнов исемен йөрөткән балалар сәнғәт мәктәбе 1952 йылдан уңышлы эшләй. Бында 11 дөйөм белем биреү һөнәри әҙерлек программаһы, шул иҫәптән фортепиано, скрипка, виолончель, башҡорт, халыҡ, тынлы музыка ҡоралдары, вокал өлкәһендә уҡытыу алып барыла. Һәм унда уҡытусылар теләп шөғөлләнә.
Баймаҡ ҡала мәктәбендә, Темәс, Иҫке Сибай, Урғаҙа ауылдарының филиалдарында 900-гә яҡын уҡыусы белем ала. Улар менән 39 уҡытыусы шөғөлләнә. Мәғариф процесының уңайлылығы өсөн йыл һайын матди-техник база яңыртыла һәм тулыландырыла.
Йәш таланттарҙың сығышын ҡарарға килгән тамашасылар сәнғәт мәктәбе ойошторған акция ла теләп ҡатнашты. Коллектив яугирҙарға матди ярҙам йыйҙы. Ул тиҙҙән махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыласаҡ.