Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында дауыл ҡупты

Нефтекамала көслө ел административ бинаның ҡыйығын алып ташлаған. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, бина эргәһендә ҡалдырылған кәмендә 10 автомобиль зыян күргән. «Сәләмәтлек һуҡмағы»нда ағастар ҡолаған. Бәхеткә күрә, һәләк булыусылар һәм йәрәхәт алыусылар юҡ. Краснокама районы Николо-Березовка ауылында ла көслө ел ағасты ауҙарған. Ҡарағай сымдарҙы өҙгән, парк һәм шәхси йорттоң ҡоймаһын емергән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республика халҡын ел көсәйгәндә хәүефһеҙлек сараларын теүәл үтәргә саҡыра.