Бөгөн Өфөнөң «Ватан» этнопаркы майҙанына 4 мең ярым сығарылыш класс уҡыусыһы йыйылды. Баш ҡала райондарынан егеттәр һәм ҡыҙҙар вальс бейене.
Быйыл мәктәп вальсы алдынан уҡыусылар башҡорт, татар, марый, сыуаш һәм башҡа республикала йәшәүсе халыҡтарҙың көйҙәренә бейене. «Дуҫлыҡ хороводы» халыҡтар берҙәмлеге йылына арналды.
Флешмобтан һуң уҡыусылар вальста өйөрөлдө. Бер нисә йыл сығарылыш класс уҡыусылары Рим Хәсәновтың «Өфө йүкәләре» йырына бейеһә, быйыл билдәле композиторҙың яңы вальсы яңғыраны. Әйтәкәндәй, маэстро уҡыусыларҙы сәхнәнән үҙе ҡотланы.
Дөйөм ҡала вальсында Өфөнөң 126 белем усағы ҡатнашты. Сығарылыш класс уҡыусылары араһында төрлө кимәлдәге олимпиад, конкурс еңеүселәре, спортсылар бар.
Дөйөм ҡала вальсы былтыр ҡала советы янында үткәрелһә, быйыл ул йәнә «Ватан» этнопаркына ҡайтарылды. Күләмле сара өсөн меңдәрсә кешене һыйҙырған майҙан иң уңайлыһы тип табылған.
Оло тормош юлына аяҡ баҫыр алдынан уҡыусыларға Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшыраһы бар. Быйыл ул июндә башлана, ә аттестатты уҡыусылар 27 июндә ҡулына ала.
Рәмилә Исмәғилева