Рәсәйҙә йәшәүселәр ауыл хужалығы буйынса белемен тикшерә

Республикала агродиктанттың төп майҙансығы Башҡорт дәүләт аграр университеты базаһында ойошторолдо. Ҡатнашыусылар өсөн агросәнәғәт комплексының төрлө темалары буйынса 30 һорау әҙерләнгән. Тест эшләүгә 40 минут ваҡыт бирелә. Былтыр Рәсәйҙә агродиктантты 400 меңдән ашыу кеше яҙған, быйыл был һан кәмендә ике тапҡырға артыр тип көтөлә. «Берҙәм Рәсәй» партияһы тарафынан ойошторолған мәғрифәтселек акцияһы 30 майға тиклем дауам итә. Агродиктант яҙыусыларҙың барыһы ла сертификаттар аласаҡ, ә иң юғары балл йыйғандар-диплом менән бүләкләнә.