Владимир Путин мосолмандарҙы Ҡорбан байрамы менән ҡотланы

Бөгөн мосолман донъяһы Ҡорбан ғәйетен билдәләй. Изге байрам уңайынан Рәсәй мосолмандарын Владимир Путин ҡотланы. Президент телеграммаһында былай тиелә:

Ата-бабаларыбыҙҙың күп быуатлыҡ йолаларына таянып, һеҙ был боронғо байрамды киң билдәләйһегеҙ. Ул иманлыларҙы ислам сығанаҡтарына йүнәлтә, изгелеккә, ғәҙеллеккә һәм мәрхәмәтлеккә саҡыра. Мосолман ойошмалары илебеҙҙең ижтимағи һәм мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнаша, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға, үҫеп килгән быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә, социаль әһәмиәтле белем биреү, хәйриә башланғыстарын тормошҡа ашырыуға ҙур иғтибар бүлә. Һәм, әлбиттә, Ватанды һаҡлаусыларға, уларҙың туғандарына һәм яҡындарына ярҙам итеүгә йүнәлтелгән эшмәкәрлегегеҙ оло хөрмәткә лайыҡ, тиелә Рәсәй Президенты ҡотлауында.