Башҡортостанда мосолмандар Ҡорбан ғәйетен билдәләй

Ҡорбан байрамы иртәһендә республикала йәшәүселәр мәсеттәрҙә иртәнге намаҙ уҡып, вәғәз тыңланы, илгә тыныслыҡ теләне. Дини байрам уңайынан ҡорбандар салынды. Ғәйет Ураҙанан һуң 70 тәүлек үткәс байрам ителә. Бөгөн «Ләлә» мәсетендәге байрам вәғәзендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова яҙмаһында.

Мөхәмәтйәновтар ғаиләһе өсөн Ҡорбан ғәйете көтөп алынған Изге байрам. Татыу ғаилә бер нисә көн алдан тәмле ризыҡтар бешереп мул өҫтәл әҙерләй башлай. Ваҡбәлеш, ҡоймаҡ, тәм-том бешереүҙә кескәй Ильяна менән Айназ да ҡатнаша. Улар был осорҙа ата-әсәһе менән туғандарын һыйларға, мохтаждарға ярҙам итергә тырыша.

Башҡортостан мәсеттәрендә Ҡорбан ғәйете уңайынан төрлө милләт вәкилдәре намаҙ уҡып, вәғәз тыңланы. Ислам диненең төп байрамдарының береһе-Ҡорбан ғәйете Зөлхизә айының унынсы көнөндә башлана һәм ҡорбан салғандан һуң тағы ике көн дауам итә.«Ләлә» мәсете иртәнге сәғәттәрҙән үк халыҡ менән тулы. Үҙәк майҙанда ир-егеттәр, икенсе ҡатта ҡатын-ҡыҙҙар вәғәз ҡыла. Дин ҡәрҙәштәренә Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин мөрәжәғәт итте.

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, был көн рәсми рәүештә ял тип иғлан ителде. Байрам намаҙына «Ләлә» мәсетенә йыйылыусылар сафына Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та баҫты. Ғибәҙәт ҡылыр алдынан ул мосолмандарға ҡотлау телмәре менән мөрәжәғәт итте.

Бөгөн республикабыҙҙа һәм Рәсәйҙә ҡорбан байрамының юғары кимәлдә ойошторолоуы, милләт, конфессия-ара татыулыҡ билдәһе. Шәхсән күҙлектән дә изге ниәттәр сир-бәләләрҙе урап үтергә ярҙам итә ти диндарҙар

Ҡорбан байрамы намаҙы тамамланғандан һуң Ләлә мәсете майҙансығы алдында ХәләлФест байрамы ойошторолдо. Бында ҡунаҡтар һәм Өфөләр былау, тәм-томдар менән һыйланып, концерт ҡараны. Балалар өсөн оҫталыҡ дәрестәре, уйындар һәм ярыштар майҙансыҡтары эшләне.

Флорида Миһранова