Башҡортостанда рухи берҙәмлек символы булған төҙөлөш башланды

Геройҙар рухына мәсет һәм сиркәү. Бөгөн Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» паркы биләмәһендә ике дини учреждениеға нигеҙ һалынды. Ҡорбан ғәйетенә тура килгән тарихи сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин, Башҡортостан митрополияһы башлығы Филарет ҡатнашты. Милләт, дин, конфессия-ара татыулыҡты сағылдырған төҙөлөш майҙанынан БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Шаулап ҡойолған бетон ҡатнашмаһы ынйы бөртөктәре һымаҡ, сөнки ул иман, берҙәмлек, ҡаһарманлыҡ рухы менән һуғарылған. Был майҙанда ҡалҡып сығасаҡ дини объекттар илебеҙҙең имен киләсәге өсөн башын һалған төрлө быуын яугирҙарына хөрмәт һәм хәтер билдәһе булып тора.

Дини объекттарҙы сафҡа индереү менән «Жилстройинвест» компаниялар төркөмө шөғөлләнә. Төҙөүселәр эште башлаған да инде, иң мөһиме-нигеҙ, ул ныҡ һәм сифатлы итеп һалынырға тейеш, ти төҙөүселәр.

Яңы рухи-мәғрифәтселек комплексының Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемен йөрөткән парк биләмәһендә урынлашыуы осраҡлы түгел. 2019 йылда асылған ошо майҙансыҡта төрлө патриотик саралар, хәрби йыйындар үткәрелә. Бында «Авангард» уҡытыу-методик үҙәге, Геройҙар уҙышы трассаһы, «Партизан ауылы» музей-күргәҙмә комлексы эшләй. Дини учреждениелар паркка иман нуры өҫтәйәсәк. Төҙөүселәр объекттарҙы бер йыл эсендә файҙаланыуға тапшырырға ниәтләй.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Патриот» паркында Рәсәй ҡораллы көстәре генераль штабының ойоштороу-мобилизация баш идаралығы етәксеһе урынбаҫары Сергей Побирохин менән дә осрашты. Һүҙ төбәк хәүефһеҙлек системаһын көсәйтеү, республика халҡының именлеген тәьмин итеү тураһында барҙы. Пилотһыҙ осоу аппараттарының һөжүменә ҡаршы көрәш сараларына айырым иғтибар бирелде.

Мәсет менән сиркәү бер майҙанда, йәнәш кенә тора, ике дини объекттың араһы 16 метр ғына. Әммә рухи ҡиммәттәр тураһында һүҙ барғанда аралар метр километрҙар менән иҫәпләшмәй, күңелдәр, йөрәктәр өсөн бер ниндәй ҙә сик тә, бик тә юҡ. Был төҙөлөш милләт, дин, конфессия-ара дуҫлыҡ, татыулыҡ сағылышы, халыҡ-ара берҙәмлеккә һәйкәл булып тора.

Р.Кәримова