Уларҙың икеһе Өфөлә. Баш ҡала халҡы изге ғәмәлде төньяҡ автовокзал һәм Зинин ауылы янындағы майҙансыҡтарҙа атҡарҙы. Ҡорбан байрамындағы изге ғәмәлде үтәү шарттарын БЮТ ижади төркөмө лә күҙәтте.
Башҡортостанда ҡорбан ғәмәлен үтәүгә 8 меңдән ашыу мал әҙерләнгән. Зинин ауылы янында бүленгән ҡорбан салыу майҙансығында Шишмә, Ейәнсура, Әбйәлил райондары фермерҙары ҡорбан салыусыларға махсус рәүештә һарыҡ һимертеп алып килгән.
Иглин районы Аҡбиҙе ауылында йәшәүсе Анат Әхмәтйәнов та иртә менән Зинин ауылы эргәһендәге «Карауан» үҙәгенә килде. Анат Тимербулат улы һигеҙ йыл дауамында ҡорбан салдырыу ғәмәлен үтәй. Был изге эште ул яҡындары именлеге өсөн ихлас күңелдән башҡара.
Момолмандар тарафынан ҡорбан салыу Аллаһы тәғәләгә һыйыныу һәм тоғролоҡ билдәһе булараҡ башҡарыла. Уның нигеҙендә ҙур һынау үткән Ибраһим пәйғәмбәр тарихы ята. Аллаһ уның ихласлығын күреп, ҡорбанды һарыҡ малына алмаштыра.
Ветеринар белгестәр иһә һарыҡ итенең хәүефһеҙлеген һәм санитар нормаларға тап килеүен тәьмин итә.
Ҡорбан салыусы һарыҡ итен өс өлөшкә бүлә. Тәүге өлөшөн мохтаждарға тарата, бер өлөшөн туғандарына һәм күршеләренә тапшыра,ә ҡалғанын ғаиләһе менән уртаҡлаша. Ҡорбан байрамындағы изге йола шәфҡәтлелек һәм берҙәмлеккә юл аса, мосолмандар араһында дуҫлыҡты нығыта.
Гүзәл Борханова