Өфөнөң Совет майҙанынан алып легендар комдив, Рәсәй геройы Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған ауылына тиклем-махсус хәрби операция ветерандары автоуҙышта ҡатнашты. «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалы менән Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы уҙғарған илһөйәрлек сараһы һәйкәлгә сәскә һалыуҙан башланды. Ҡырмыҫҡалы районына тиклем һалынған маршрутты техник реабилитация сараһы-автомобилдәр менән тәьмин ителгән ветерандар, уларҙың яҡындары, шулай уҡ «Төнгө бүреләр» байкер клубы вәкилдәре, фонд хеҙмәткәрҙәре үтте. Мосолмандарҙың изге байрамы алдынан сара аҙағында Ҡорбан ашы тәҡдим ителде