Белгестәр көндөң икенсе яртыһында һәм кискә ҡарай тиҙлеге секундына 26 метрға еткән көслө ел, ҡойма ямғыр, эре боҙборсаҡ һәм йәшен фаразлағайны. Гидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса алдағы төндә лә урыны менән ҡойма ямғыр, иртәгә көндөҙ йәшенле ямғыр, боҙборсаҡ яуыуы көтөлә. Күк күкрәгәндә ел секундына 15-20 метрға тиклем көсәйә. Һауа температураһы төндә 6-11, көндөҙ 15-20 градус йылы булуасаҡ. Юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында күреү мөмкинлеге 500 метрға тиклем кәмей.