Донъяның иң бейек нөктәһенә ҡул көсө ярҙамында... Рөстәм Нәбиевтың Эверестҡа экспедицияһы тамамланды. Блогер һәм альпинист Өфөгә ҡайтты.
Аэропортта уны ғаиләһе ҡаршы алды. Уларҙың артында-спортсыға рәхмәт әйтергә һәм Башҡортостанды бөтә донъяға танытыусыны күрергә килгән республика халҡы. Көйәрмәндәр уның исемен яңғыратты, флагтар болғаны, көслө алҡыштарға күмде. Илебеҙ һәм республикабыҙ өсөн мөһим еңеү менән иҫән-һау ҡайтыуыма бик шатмын тине, Рөстәм Нәбиев. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, экспедиция апрелдә үк башланып, 21 майҙа тамамланды. 8 километр 800 метр бейеклеккә яҡташыбыҙ ҡул көсө ярҙамында күтәрелә. Шулай итеп ул үҙен аяҡһыҙ килеш ҡатмарлы һынауҙы үткән донъяның беренсе альпинисы итеп танытты.
Һуңғы биш йылда Рөстәм Нәбиев Эльбрустан тыш, Манаслу, Арарат, Казбек, Килиманджаро, Аконкагуа, Мөхәббәт һәм Ирәмәл түбәһенә күтәрелә. Әммә яҡташыбыҙ яуланған үрҙәрҙә генә туҡтап ҡалырға йыйынмай. Ул ҡул көсө менән Ер шарының 7 ҡитғаһындағы бөтә 7 түбәгә лә менергә ниәтләй. Киләһе маҡсат Антарктидала урынлашҡан Винсон тауы.