Башҡортостан Башлығы Рәсәйҙең халыҡ артисы Сергей Безруков менән осрашты

Өфөлә уның етәкселегендә Ҙур балалар фестивале башланды. Радий Хәбиров уны республикала уҙғарыу башланғысы өсөн рәхмәт белдерҙе. “Башҡортостанда һеҙҙе һәләтле артист булараҡ яраталар һәм хөрмәт итәләр. Фестивалдең балаларға һәм уларҙың таланттарына арналыуы үтә лә мөһим”, - тип билдәләне Радий Хәбиров. Ҙур балалар фестивалендә ижади проекттар тормошҡа ашырыла. Форумды бик күп ил төбәктәре ҡабул итеп өлгөргән. “Һеҙҙең гүзәл республикағыҙға килеүемә шатмын”, - тине Сергей Безруков.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ҙур балалар фестивале барышында Өфөлә Санкт-Петербург, Ҡазан, Тверь, Омск һәм башҡа театрҙар сығыш яһай. 1 июнгә тиклем “Родина” кинотеатрында бөтә ғаилә өсөн фильм һәм йәнһүрәттәр тәҡдим ителә.